Бәхетле ғаилә парҙарына сәскә гөлләмәһе, халыҡты борсоған һорауҙарға яуаптар

Шаран районы Ерекле ауылында «Кесе Ватандың хоҡуҡи мәҙәниәте» проекты буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Проекттың маҡсаты алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәргә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү һәм профилле министрлыҡ һәм ведомство белгестәренән консультация ойоштороу.

Бындай ҡабул итеүҙәр граждандарға район үҙәгенә килмәй генә йәшәгән ерҙәрендә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бирә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, район етәкселеге, «Ғаилә» хеҙмәте, район мәшғүллек үҙәге һәм башҡа ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында үткән осрашыу был юлы ла маҡсатына иреште.

Халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ишетә алды. Күп кенә мәсьәләләр урында уҡ хәл ителде. Төрлө белгестәрҙең бер майҙанда эш итеүе бик уңайлы. Киләсәктә бындай осрашыуҙарҙы күберәк ауыл биләмәләрендә уҙғарырға ниәтләйбеҙ.

Рушан Сәйетов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты

Проектты ойоштороусылар Абдуллин исемендәге мәктәп миҫалында төбәктә мәғариф тармағын яңыртыу программаһы үтәлеше менән дә танышты. Белем усағында программа буйынса капиталь ремонт башҡарылған, уның тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Киләһе йыл районда тағы ла 4 мәктәпте яңыртыу ҡарала. Ошо уҡ көндө власть вәкилдәре Ҡортлокүл ауылында булып, унда 65 йыл бергә ғүмер иткән Ибаевтар ғаиләһен тәбрикләне. 5 бала тәрбиәләгән, 16 ейән-ейәнсәре һәм бүләсәре булған ғаилә парының тормошо күптәргә өлгө.

Мөхәббәттә һәм хеҙмәтиә татыу ғүмер иттек. Балалар үҫтерҙек. Әле 11 ейән-ейәнсәребеҙ, 5 бүләбеҙ бар. Матур йәшәнек.

Соня һәм Анатолий Ибаевтар