15 декабрҙә республика парламентының сираттағы 49-сы пленар ултырышында Радий Хәбиров депутаттар алдында телмәр тотасаҡ. Сарала Федерация Советы сенаторҙары, Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары, республика хөкүмәте ағзалары, федераль башҡарма власть органдары идаралыҡтары етәкселәре, муниципаль берәмек башлыҡтары, трацицион конфессия вәкилдәре ҡатнаша.
Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә, ҡыҫҡа мөҙҙәттә республика үҫешен билдәләүсе төп программа документтарының береһе. Быйыл Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 4-се тапҡыр мөрәжәғәт итә.