«Башҡортостан» дәүләт концерт залында күренекле бейеүсенең ижад кисәһе үтте. Сәхнәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Нефтекама ҡалалары бейеү коллективтары сығыш яһаны. Риф Фәтих улы был ижади коллективтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Балетмейстр ҡуйған хореография композициялары ансамблдәр репертуарында төп бейеүҙәр иҫәбендә.
Риф Ғәбитовтың юбилей кисәһендә сәхнәләге экрандан халыҡ бейеүсеһе башҡарған бейеүҙәр ҙә күрһәтелде. Тәүге эштәренең береһе - «Башҡорт бейеүсеһе» композицияһы балетмейстрҙың бар оҫталығын асып бирҙе. Бейеү сәнғәтен күтәргән, заманында сәхнәләрҙе дер һелкеткән замандашыбыҙ ижадҡа бөгөн дә тоғро ҡала. Әле ул данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбле коллективы менән берлектә «Аҫабалар» тип исемләнгән шоу-проект өҫтөндә эшләй.