Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Өфөгә Белоруссия делегацияһы килде

Минск ҡала башҡарма комитетының мәғлүмәт технологиялары бүлеге етәкселеге Башҡортостанда күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе һанлы форматҡа күсереү өлкәһендә Башҡортостан илдә алдынғы урындарҙы биләй. Республикала берҙәм тәҙрә форматы уңышлы үҙләштерелгән.

Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәргә бер юлы бер нисә хеҙмәт күрһәтелә. Белоруссияла бизнес стартаптар өлкәһендә һанлы формат уңышлы эшләһә лә, дәүләт хеҙмәттәрендә технологиялар бер ни тиклем аҡһай. Рәсәй менән интеграция процестары көсәйгән осорҙа, Башҡортостандан үҙләштерерлек яңылыҡтар күп тигән фекерҙә Минск ҡалаһы ҡунаҡтары.