Башҡортостандың Милли музейында бөгөн башҡорт халҡының милли паспортын билдәләгән күргәҙмә асылды

Башҡортостандың Милли музейында бөгөн башҡорт халҡының милли паспортын билдәләгән күргәҙмә асылды. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына һәм Башҡорт теле көнө сиктәрендә эш башлаған экспозиция Халыҡ-ара «Тамға» конкурсының иң яҡшы эштәрен берләштергән. Быйыл башҡорт милли кейеме оҫталары араһында ойошторолған бәйгегә мең ярымлап эш ҡабул ителгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорт телендә һөйләшәм, ижад та итәм. Был һүҙҙәрҙе һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған «Тамға» Халыҡ-ара конкурсына бәйләп әйтергә мөмкин. Башҡорт кейем оҫталарының быйылғы конкурсы тағы ла киңерәк ойошторолдо. Һөҙөмтәлә 300-ҙән ашыу ҡатнашыусынан мең ярымлап эш ҡабул ителә.

Ҡурған өлкәһе башҡорттарының милли кейем комплекты башында торған, тергеҙгән һәм дә пропагандалаған Ғәбиҙә Вәлиеваны миҫалға килтереү ҙә етә. Замандашыбыҙ бөгөн эште тормош иптәше менән берлектә алып бара. Хәҙер Ҡурған өлкәһендә йәшәүсе башҡорт ир-егеттәренә хас милли кейем өлгөһө йәнләндерелә.

Әйткәндәй, күргәҙмә сиктәрендә башҡорт халыҡ кейеменә бәйләп баҫтырылған яңы китаптың исем туйы ла үтте. Традицион әйберҙәрҙе эшләргә, аҫаба халыҡ тураһында бай мәғлүмәт тупларға теләүселәргә уңайлы әсбап та булып тора.

Күләмле эш традицион милли костюмын таныуға һәм танытыуға йүнәтелгән. Был бигерәк тә һуңғы йылдарҙа башҡорттарға хас булған нағыштарҙың башҡа милләттәрҙә ҡулланылыуға бәйле башҡарыла. Күргәҙмә 8 ғинуарға тиклем эшләй.

Азат Ғәлиуллин