Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бөгөн төнгө сәғәт 11-ҙә «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының Гала-концерты күрһәтелә. Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған бәйгегә старт шағирҙың тыуған көнөндә - 12 февралдә бирелгәйне. Унда 800 ижади эш ҡабул ителгән. Телевизион этаптан һуң финалға ун һигеҙ ҡатнашыусы үткән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтын тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан БСТ каналы, республиканың халыҡтар дуҫлығы йорто, халыҡтар ассамблеяһы менән берлектә ойошторолған ижади проектта төрлө милләт вәкилдәре үҙ телендә «Туған тел» шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
«Туған тел» шиғырының 45 телгә тәржемәһен айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк. Унда Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәүсе 54 шағир һәм тәржемәсенең хеҙмәте ингән.