Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Республика Хөкүмәте һәм “Эталон” төркөмө араһында концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Студент ҡаласығы дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы нигеҙендә төҙөлә. Кампус 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, проект республикала юғары белем биреү һәм фәнде үҫтереүгә йүнәлтелгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕвразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент кампусын төҙөү ике өлөштән тора. Беренсеһе – IQ-парк бинаһын реконструкциялау. Ул киләһе йылдың декабрендә асылырға тейеш. Икенсе сиратта студент ҡаласығы төҙөлә. Бында ятаҡханалар, фәнни-мәғариф үҙәге, лабораториялар була.