Улар айҙар буйы төҙөлөшкә рөхсәт көтмәҫкә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡалаларҙы үҫтереү өсөн яңы майҙансыҡтар ҙа талап ителә. Быйыл республикала төҙөлөш комплексы рекордлы күрһәткескә иреште - сафҡа индерелгән объекттар өс миллион квадрат метрға яҡынлашты.
2030 йылға тиклем «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының маҡсатлы күрһәткесен үтәү бурысы ла ҡуйылған. Уға ярашлы, йыл һайын дүртәр миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостан етәкселеге был йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып бара. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, алдан вәғәҙә ителгәнсә, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе лә тулыһынса хәл ителәсәк.