Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай ял итеү программаһы билдәләнде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең балаларына шифаханаларҙа ял итеү өсөн путевкалар бүленә. Бушлай ял программаһы Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан билдәләнде. Путевкалар өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һәм үҙ теләге менән махсус операцияға юлланған һалдаттарҙың балаларына ҡаралған. Был программа менән 15 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар файҙалана ала. Балаларға шифаханала ял итеү путевкаһы йылына бер тапҡыр бүленәсәк.