Банктарҙан аҡсаны декабрь аҙағында алырға мөмкин булһа, почта хеҙмәткәрҙәре түләүҙәрҙе, ғәҙәттәгесә, 3 ғинуарҙан тарата башлай. Рәсәй Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдан пенсиялар Рәсәй социаль фонды аша түләнәсәк. Түләү көнөн үҙгәртеү ҡаралмаған. Мәҫәлән, быйыл айҙың 5-се көнөндә пенсия алыусылар түләүҙәрҙе яңы йылда ла ошо уҡ көндә алыуҙы дауам итәсәк.