Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә утыҙҙан ашыу ярҙам сараһы күрелгән. Яңылары өҫтөндә лә һөҙөмтәле эш алып барыла. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында «Башҡортостанда урман мөнәсәбәттәрен көйләү» законының статьяһына үҙгәрештәр индереү проекты ҡаралды. Уға ярашлы, һәләк булғандарҙың тол ҡатындары, йә ата-әсәләре торлаҡ төҙөлөшө һәм шәхси хужалыҡ алып барыуға ағас менән тәьмин ителәсәк.