Башҡортостанда ауылдарға ярҙам буласаҡ

“Республика  ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғылар иҫәбендә. Йыл һайын ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 1,5 миллиард һум аҡса бүләбеҙ” , тине Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығышында. Радий Хәбиров киләһе йылдан мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына, поликлиникалар һәм дауаханаларға, парктар һәм йәмәғәт урындарына  юлдарҙы яҡтыртыу бурысын ҡуйҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан ауыл ипотекаһы буйынса ла илдә лидерҙар рәтендә. Һуңғы ике йылда 11 миллиард һумдан ашыу суммаға 6 меңгә яҡын кредит бирелгән.