1 ғинуарҙан һалым түләү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә

Яңы ҡағиҙәләр буйынса һалым түләү өсөн берҙәм документ ҡараласаҡ. Граждандарға айҙың 25-нә тиклем отчет тапшырып, 28-нә тиклем һалымды түләргә кәрәк буласаҡ тип хәбәр ителде. Һалым түләү тәртибенә бәйле үҙгәрештәргә арналған «Асыҡ дәрес» көнө ойошторола. Федераль һалым хеҙмәте идаралығы белгестәре граждандарҙы борсоған һорауҙарға яуап биреп, консультация алып бара.