Өфөлә шыршы һатыу нөктәләре асылды

Быйыл яңы йыл ҡупшыҡайҙарын 30-лаған урында һатыу күҙаллана. Яңы йылға ике аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалыуға ҡарамаҫтан, уларҙы һатып алырға теләүселәр байтаҡ ҡына. Күптәр энәләре оҙаҡ ҡойолмаған аҡ шыршы һатып алырға ашыға. Һатыусылар әйтеүенсә, улар быйыл аҙ килтерелгән. Шыршы баҙарҙарының тулы исемлеге менән Өфө хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.

Иң ҙур шыршы баҙарҙарының береһе, ғәҙәттәгесә, Спорт һарайы майҙаны алдында урынлашты. Бында оҙонлоғо 3 метрға тиклем шыршы һатып алырға мөмкин. Ылыҫлы ағастың төрөнә ҡарап, хаҡы 400 һумдан бер мең һумға тиклем етә. Яңы йыл ағасы оҙағыраҡ ҡыуандырһын өсөн, уны һалҡыныраҡ урында һаҡлап, ҡомло һауытҡа ултыртырға кәңәш ителә. Һатыу нөктәләре 31 декабргә тиклем эшләйәсәк. Хәтереҙгә төшөрәбеҙ, байрамдан һуң, шыршыларҙы утилләштәреү өсөн махсус пункттар эш башлай.

Беҙҙең шыршылар бер айға тиклем тора ала. Ҡарағай менән аҡ шыршы тағы ла оҙағыраҡ ҡойолмай. Кушнаренко, Благовар районынан килгән ылыҫлылар бар. Һатыу законға ярашлы алып барыла, рөхсәт бирелгән.

Кирилл Моратшин, Һатыусы