Объектҡа нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ошо турала белдерелде. Сарала Республика Башлығы ҡатнашты. Был үҙәктә республика һәм ил кимәлендәге ярыштар уҙғарыла. Уны 2024 йылда асыу көтөлә. Башҡортостанда әле фехтование менән 1 мең 373 кеше шөғөлләнә. Йыл һайын 20-нән ашыу спортсы ил йыйылма командаһына саҡырыла.