Поликлиника һәм дауаханаларҙа бушлай грипҡа тикшерәләр

Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Илдә грипп менән ауырыусылар  артҡан. Экспресс-тест сирлеләрҙе ваҡытында дауалау мөмкинлеге бирә. Башҡортостанда ла грипп йоҡтороусылар һаны күбәйеүе теркәлгән. Рәсәйҙә киҙеүҙән вакциялау кампанияһы тамамланды.