Бөгөн спорт обьектына нигеҙ һалыу тантанаһы үтте. Үҙәк 2024-се йылда сафҡа инер тип көтөлә. Республикала 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр спорт инфраструктураһын капиталь ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. Тармаҡты яңыртыуға йыл һайын 100 миллион һум күләмендә ярҙам бүленә. Был турала бөгөн Физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында һүҙ барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Республика фехтование үҙәген төҙөүгә беренсе аҙым яһалды. Әлегә буш урындағы тигеҙлеккә тәүге свай ҡағылды, ә 2024-се йылда был майҙанда 450 кешене һыйҙырырлыҡ заманса спорт үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Фетование менән шөғөлләнеүсе спортсылар өсөн был көтөп алынған ваҡиға. Республика башлығы Радий Хәбиров спорт бинаһына нигеҙ һалыуға бағышланған тантанала ҡатнашты.
Төбәктә был спорт төрө 60 йылдан ашыу үҫешә. Бөгөн республикала 1 мең 400 кеше фехтование менән шөғөлләнә. Башҡортостандың фехтование федерацияһы үҙ эше осоронда Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙарын һәм халыҡ-ара класслы спорт мастерҙарын үҫтергән. Башҡортостан спортсылары Олимпия уйындарында 8 миҙал яулаған. Шуға күрә был Фехтование үҙәген булдырыу көн талабы тигән фекерҙә тармаҡ алдынғылары.
Йыл башында Өфөнөң Октябрь районында Халыҡ-ара Спорт көрәше үҙәгенә нигеҙ һалынған. Проект майҙаны 28 мең квадрат метр. Әле урында төҙөлөш-монтаж эштәре бара, уның барышы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. 3 мең 400 кешегә иҫәпләнгән халыҡ-ара кимәлдәге спорт майҙаны һыйҙырышлығы буйынса республикала икенсе урында тора. Бынан тыш үҙәктә тренажерҙар, көрәш, фитнес залдары, ҡунаҡхана, медицина һәм йәмәғәт туҡланыу блогы, спорт көрәше мәктәбе, бассейн буласаҡ. Үҙәк халыҡ-ара кимәлендәге спорт ярыштары майҙаны ғына түгел, яҡын-тирәлә йәшәүселәр өсөн дә яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә.
Башҡортостан эре спорт ярыштарын ҡабул итеүсе үҙәк булып ҡала тине республика башлығы Радий Хәбиров. Физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында төбәктең спорт федерациялары 2022се йылға йомғаҡ яһаны, уңыштары менән бүлеште.
Башҡортостанда спортсыларарға һәм ауыл ерендә эшләүсе тренерҙарға социаль ярҙам күрһәтелә. Быйыл «Социаль тренер» программаһы сиктәрендә 104 белгескә 600 мең һум күләмендә матди ярҙам бүленгән. Киләһе йыл грант суммаһы 1 миллонға тиклем арттырыласаҡ тине республика башлығы Радий Хәбиров Физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында.
Лилиә Мәҡсүтова