Республика Башлығы Радий Хәбиров ойошма рәйесе Анатолий Гулевский менән осрашты. Унда физик культура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала “Динамо” спорт йәмғиәте уңышлы эшләй. Быйыл Бөтә Рәсәй ярыштарында егеттәр һәм ҡыҙҙар беренсе урын алды. Анатолий Гулевский билдәләүенсә, Башҡортостанда спортты үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған һәм ул артабанғы ныҡлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.