Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Өфө диалогы” тигән эшлекле төркөм ултырышы уҙҙы. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, санкцияларға ҡарамаҫтан быйыл республика бюджеты 18 процентҡа артҡан һәм 220 миллиард һумға еткән. Башҡортостан 113 дәүләт менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырған. 9 ай һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 13,5 процентҡа артҡан. Рәсәй һәм Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Айырыуса Рәсәй һәм Ҡытай араһында сауҙа артҡандан-арта бара, тип белдерелде ултырышта.