Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шул турала указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылды һәм көсөнә инде. Республика Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты составы һәм саралар планын раҫлау бурысы ҡуйыла. Район һәм ҡала хакимиәттәренә лә урындарҙа ойоштороу комитеттары булдырыу тәҡдим ителә.Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, һәр кемдә Кесе Ватаны өсөн изгелек ҡылыу теләге бар. Бөтәһе лә бындай эшкә тотонһа, һөҙөмтәһе бик яҡшы буласаҡ. Парламент депутаты Әлфис Ғаязов фекеренсә, һәр кем атайсалы үҫешенә ярҙам итергә тейеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт