Шул уҡ ваҡытта социаль йүнәлештәге барлыҡ сығымдар тулы күләмдә финансланасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова билдәләүенсә, ҡаҙналағы дефицитты дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу буйынса планды арттырыу иҫәбенә ҡаплау планлаштырылған. Киләһе йыл дәүләт компаниялары акциялары һәм өлөштәрен һатыуҙан бюджет 2,3 млрд һумға тулыланасаҡ.
Ойошмаларҙың килеменә һалымдан килгән аҡса күләмендә үҫеш көтөлә. Нефть продукттарына акциздар буйынса план арттырылған, ул юл фондына йүнәлтелә. Сығымдарға килгәндә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам, район-ҡалаларҙың инфраструктура үҫешенә бәйле статьяларҙы финанслау артҡан. Пландағы осор - 2024 һәм 2025 йылдарҙа сығымдарҙы кәметеп, барлыҡҡа килгән дефицитты 3,5 миллиард һумға тиклем кәметеү ҡаралған. Закон Башҡортостан Башлығына раҫлауға ебәрелгән.