Мәғлүм булыуынса, тибендәге аттар билдәһеҙ кешеләр тарафынан Иглин районына ҡыуып алып китеп атып үлтерелгән. Ваҡиға урынында тиҫтәнән ашыу туналған мал табылған. Енәйәт осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә. Ентекләреберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
14 баш йылҡыны атып-турап китһәләр, тағы ла дүртәүһенең ҡайҙа икәне әлегәсә билдәһеҙ. Өйөрҙәге йылҡыларҙың һаны теүәл булмауын асыҡлағас та, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ уларҙы эҙләргә төшә. Һөҙөмтәлә, ҡар өҫтөндәге эҙҙәр Иглин районы биләмәһенә алып сыға.
Зыян күләме миллион һумдар менән иҫәпләнә. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, вәхшиҙәрсә үлтерелгән йылҡылар араһында быуаҙ бейәләр менән бергә, ике өйөр айғыры ла бар.
Осраҡ буйынса Эске Эштәр министрлығының Нуриман районы бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Нуриман районындағы хужалыҡ йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Бер ниндәй дәүләт ярҙамынан тыш, аяҡҡа баҫҡан ойошмала бөгөнгә тиклем бындай ҡырағайлыҡ күҙәтелмәгән. Хатта, бүре, йә айыуҙың өйөргә ташланыу осрағы ла теркәлмәгән. Ә инде кешенең вәхшиҙәрсә ҡыланыуы башҡа һыймай, ти хужалыҡ етәксеһе.
Азат Ғәлиуллин