Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша боҙҙан үтергә була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауырлығы өс тоннаға тиклем техникаға йөрөргә рөхсәт бар. Быға тиклем Бөрө ҡалаһы һәм Ҡариҙел ауылдары янында ҡышҡы күперҙәр асылды.