Башҡортостан район һәм ҡалалары ашығыс медицина ярҙамы машиналары ала

18 автомобиль оҙатылды. Улар федераль бюджет аҡсаһына алынған. - Медицинаға иғтибар кәмемәй. Машиналар паркын яңыртыу халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшырта, - тине Республика Башлығы хакимиәте  етәксеһе Максим Забелин. Техника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.