15-се тапҡыр ойошторолған иҡтисади форум оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре ҡабул итеү, билдәле эксперттарҙың сығышы менән хәтерҙә ҡалды. Сара быйыл өс меңдән ашыу кешене: власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерҙе. Форумда 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторолдо. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыусыларҙың иртәһе бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә башланды. Был осраҡлы түгел. Тап ошо майҙансыҡта Башҡортостандың бар йәшәйеше ус төбөндәге һымаҡ сағылыш тапҡан. Йәғни, үҙәк һанлы технологияларға күсеүҙең асыҡ өлгөһө. Ҡунаҡтар эш тәжрибәһен ыңғай баһаланы. Ошонда уҡ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта заман яңылыҡтарын индереүгә арналған кәңәшмә үтте. Федераль етәкселәр Башҡортостандың тәжрибәһен төбәктәргә таратыу кәрәк тип иҫәпләй.
«Торатау» конгресс холында ла эшлекле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, хеҙмәт алдынғыларын билдәләү, хәйриә эшмәкәрлеге алып барған эшҡыуарҙарҙы бүләкләү дауам итә. Мәҫәлән, Башҡортостандың үҙәк машина-технология станцияһы малсылыҡ комлексы төҙөү тураһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төрлө өлкәләргә ҡуйыла. Берәүҙәр сәнәғәт, икеселәре ауыл хужалығы, өсөнсөләре социаль өлкәлә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, форум бизнесты үҫтереүгә ҡағылған файҙалы мәғлүмәттәргә бай.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығы быйыл 15-се тапҡыр үтә. Йылдан-йыл форумдың йөкмәткеһе байый, ҡатнашырға теләүселәр арта. Ойоштороусылар фекеренсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, сара быйыл да үҙ маҡсатына өлгәште.
Иҡтисади форум власть органдарын, бизнесты, фәнде берләштереүсе майҙан булып тора. Ул көнүҙәк мәсьәләләрҙең уртаға һалып тикшерелеүе, эшҡыуарҙарға ярҙам юлдарының ҡаралауы менән дә әһәмиәтле. Белгестәр фекеренсә, һуңғы йылдарҙа Республикаға йәлеп ителгән инвестициялар күләме арта икән ошо сараның да үҙ өлөшө бар.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының һуңғы көнө. Йылдың төп иҡтисади форумы быйыл да әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Был юлы 5 тиҫтәнән ашыу хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды, уларҙың төп өлөшө инвестициялар буйынса. Дөйөм сумма 70 миллиард һумдан артып китә. Был үҙ сиратында яңы предприятиелар, өҫтәмә эш урындары, бюджетҡа һалым тигән һүҙ.
Рәмзиә Кәримова