«Һынмаҫ Донбасс халҡына» һәм «СВО-ла ҡатнашыусыларға» тәғәйенләнгән Яңы йыл бүләге

«Һынмаҫ Донбасс халҡына» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға» тәғәйенләнгән Яңы йыл бүләге. Башҡортостандың хәрби бәрелештәр ветерандары союзы Донбасс мәктәптәре балаларына тәмлле күстәнәстәр, уйынсыҡтар хәстәрләй. Хәйриә акцияһында йәмәғәт ойошмаларынан тыш, ябай кешеләр ҙә әүҙем ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта тапшырылған ризыҡтар, хәрбиҙәргә ҡышҡы кейем-һалым иҫәпкә алына. Хәрби частарға Яңы йыл күстәнәстәре менән гуманитар ярҙамды 18 декабрҙән һуң оҙатыу күҙаллана, тип белдерҙе беҙҙең телеканалға, Башҡортостандың хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе.

Донбасс балаларына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға гуманитар ярҙам туплауҙа Өфөнөң Дим районынан СМАРТ полилингваль мәктәбе коллективы, Кооператив ялан биҫтәһендә йәшәгән хаҡлы ялдағы төҙөүсе Рәзил Рәхимйән улы Ибраһимов айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Хәйриә акцияһына йөҙгә яҡын эшҡыуар ҙа ҡушылған. Улар араһында Баймаҡтан Фәрит Моратов та бар.