Башҡортостандың Археология йәмғиәте Президент Гранттары фонды ярҙамында республикабыҙҙың археологик тарихына арналған «Археостан» проектын тормошҡа ашыра. Күргәҙмәлә йәйгеһен ойошторолған экспедицияларҙа ҡатнашыусы фотографтарҙың эштәре тәҡдим ителгән. Фотоһүрәттәрҙә ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең ябай булмаған эше, археологик ҡомартҡылар сағылған. Проект сиктәрендә быйыл дүрт экспедиция ойошторола. Улар Өфө, Шишмә, Борай һәм Тәтешле райондарында үтә.
Күргәҙмәлә «Археостан» проекты ҡатнашыусылары Рәшит Сарбаев менән Ренат Маннановтың эштәре урын алған. Фотоһүрәттәрҙән тыш, археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған әйберҙәргә бәйле видеороликтар күрһәтеләсәк. Экспозиция менән 10 ғинуарға тиклем танышырға була.