Алға махсус иҡтисади үҫеш биләмәһе икенсе йыл рәттән Рәсәйҙең иң йылдам үҫешеүсе сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади үҫеш биләмәһе тип табылды. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторған милли рейтингта урын алыу етди ҡаҙаныш, әммә беренселекте яулауҙан бигерәк унда нығыныу мөһим. Исемлектә «Алға» 4 баҫҡысҡа күтәрелеп, 12-нән 8-се урынға һикерҙе.
Быйыл инженер һәм транспорт инфраструктураһы буйынса ла һиҙелерлек алға китеш бар. Етештереү майҙансыҡтарына электр, газ, һыу үткәрәбеҙ, юлдар һалабыҙ. Әле Ишембайҙағы махсус иҡтисади үҫеш биләмәһендә 12 резидент теркәлгән. Улар 45 миллиард һум инвестиция йәлеп иткән, 2 меңдән ашыу яңы эш урыны асылған, тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Белгестәр иҫәпләүенсә, был уңыш һис кенә лә осраҡлы түгел. Махсус иҡтисади үҫеш биләмәһе инвесторҙар өсөн иң ҡулай шарттар тәҡдим итә. Инфраструктура менән ярҙам күрһәтә. Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади үҫеш биләмәләре берлеге етәксеһе Андрей Шпиленко «Алға» биләмәһен «иҡтисади мөғжизәгә» тиңләне.