Шишмә районында 10-сы класс уҡыусылының 5 көнлөк күнекмәләре тамамлана. Унда Шишмә, Туймазы һәм Краснокама мәктәптәренән 167 уҡыусы йыйылды. Радий Хәбиров күнекмәләрҙе ҡараны, йәшәү шарттары менән танышты. - Был күнекмәләр ваҡытында алынған тәжрибә хәрби карьераны һайламаусылар өсөн дә кәрәкле, - тине Республика Башлығы.