Республикала грипп йоҡтороусылар арта бара

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙна менән сағыштырғанда, сирлеләр 22 процентҡа күбәйгән. Бер нисә кешелә сусҡа киҙеүе вирусы раҫланған. Табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина әйтеүенсә, грипп менән йышыраҡ өлкән йәштәгеләр һәм балалар ауырый.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Грипты иҫкәртеү өсөн ҡулды йышыраҡ йыуыу, дистанция һаҡлау, йәмәғәт урындарында битлек кейеү кәңәш ителә. Белгестәр үҙаллы дауаланмаҫҡа ҡуша. Республикала поликлиникаларҙың эш ваҡыты оҙайтылды. Дүшәмбенән йомаға тиклем киске сәғәт 9-ғаса, ял көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гәсә табипҡа күренергә була.