Был турала бөгөн республика башлығының Шишмә районына эш сәфәре барышында мәғлүм булды. Радий Хәбиров урындағы төҙөлөш объекттары, мәктәп уҡыусыларының хәрби йыйыны менән танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы һуңғы ярты йыл эсендә ысын ир-егеттәрҙе бергә йыйған биләмәгә әйләнде. «Геройҙар уҙышы», хәрби йыйындар - һанап үтелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Һуңғыһы хатта республика мәктәп уҡыусылары араһында ла киң билдәлелек яулай. Бөгөнгә тиклем 18 сменала ике меңдән ашыу егет хәрби әҙерлек мәктәбен алып өлгөргән дә инде. Быйылғы йылдағы һуңғы заезд ҡатнашыусылары менән республика башлығы Радий Хәбиров та яҡындан танышты.
Быйылғы смена Краснокама, Туймазы һәм Шишмә райондары менән тамамлана. 167 уҡыусы хәрби тактик күнекмәләрҙең бөтә төрҙәрен дә үҙләштерҙе. Уларға хатта, һауа-десант әҙерлеге буйынса парашюттан һикереү мөмкинлеге лә бирелде.
Радий Хәбиров хәрби-илһөйәрлек мәҙәни һәм ял паркында алып барылған төҙөлөш эштәре менән дә танышты. 30 кешегә иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ бөгөн тамамланыу алдында. Инженер селтәрҙәре тулыһынса тиерлек әҙер. Бөгөн бүлмәләр йыһазландырыла.
Киләһе йыл Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан уҡыу корпустарын төҙөүгә йүнәлтелгән федераль программа эш башлаясаҡ. Башҡортостандағы ведомство етәкселеге проектта ҡатнашып 84 процентҡа тиклем дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеген белдерҙе. Радий Хәбиров мәсьәләгә етди көс менән тотонорға саҡырҙы.
Азат Ғәлиуллин