Ул декабрь аҙағына тиклем баҡсасылар ширҡәтендә янғындарға юл ҡуймау маҡсатында көсәйтелгән режимда үткәрелә. Янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыу хеҙмәте, власть вәкилдәре менән берлектә Ҡрымыҫҡалы районында рейдта БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Республикала 2000-дән ашыу баҡсасылар ширҡәте иҫәпләнә. Уларҙың 54 Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендә урынлашҡан. Бөгөнгө профилактик рейдта ҡатнашыусылар күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә булды. Торлаҡты йылытҡанда электр приборҙары, Яңы йыл гирляндалары, шыршы уйынсыҡтары менән һаҡ эш итергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртте. Күп бала тәрбиәләгән Ерошкиндарға бушлай янғын иҫкәртеү приборы, иҫкәрмә тапшырылды. Ғаилә ағазалары Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында пропискала торғаны асыҡланды.
Янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса профилактик рейдта ҡатнашыусылар яңғыҙ йәшәгән өлкән быуын вәкилдәренең тормошо, янғынға ҡаршы һаҡлыҡ сараларын үтәү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Был ағас йортта йәшәгән Людмила Фесенко рәсми рәүештә Иглин районы Охлебинин ауылында теркәлгән, ә ғәмәлдә Ҡырмыҫҡалы районында Вязовка ауылында баҡса йортонда көн итә. Яңғыҙы донъя көткән ханымға янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы бушлай тапшырылды һәм аш бешереү бүлмәһенең түбәһенә беркетелде. Торлаҡты йылытыу, аҙыҡ әҙерләү өсөн электр плитәләрен тәҙрә ҡорғандарынан һәм шаршауҙарҙан күпкә алыҫыраҡ урынлаштырырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртелде.
Быйыл ҡыш миҙгеле башланыу менән баҡсасылар ширҡәтендә 385 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Был, үкенескә күрә, былтырғы менән сағыштырғанда, 71 -гә күберәк. Янғында бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙың ғүмере өҙөлөүе бигерәк аяныслы. Шуға ла янғын осрағын кәметеү һәм булдырмау маҡсатында, профилактик эштәр көсәйтелгән режимда алып барыла.
Рейд барышында күп бала тәрбиәләүсе Рузановтарға бушлай янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тапшырылды. Хужалар теләге менән ул залда иң бейек түбәгә урынлаштырылды.
Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейд һөҙөмтәләренән сығып, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте һәм Подлубов ауыл биләмәһе башлыҡтарынан күп балалы ғаиләләрҙе иҫәпкә алып, прописка мәсьәләһен ыңғай хәл итеү, өлкән йәштәгеләрҙең, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе ныҡлы контролдә тоторға кәңәш бирелде.
Гүзәл Борханова