«Йыл ғаиләһе» һәм «Волга буйында иң яҡшы ғаилә» Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы етенсе тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын бәйгелә 3 меңдән ашыу ғаилә ҡатнаша. Конкурс ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәмғиәттә уның абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Быйыл Башҡортостандан биш ғаилә төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған. Салауат ҡалаһынан күп балалы Ғәйнуллиндар ғаиләһе «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияһында еңгән.
Йылдағыса, осрашыу сәй артында үтте. Ғаиләләр бәйгенән һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Бүләкләү тантанаһынан һуң ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Щелкунчик» әкиәтенә тамаша ҡылды.