Махсус хәрби операциялаға Ватан һаҡсыларының да балалары ла саҡырылған иртәлек малай-ҡыҙҙарға сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Төбәк профсоюздар федерацияһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткән тамашала 450-нән ашыу бала ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Профсоюздар йортонда ойошторолған шыршы байрамына төрлө тармаҡ белгестәренең балалары йыйылды. Яңы йыл тамашаһынан өлөшләләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарҙың ғаиләләре лә ситтә ҡалманы. Улар араһында Борай районынан Морат менән Кирилл Ҡорбановтар ҙа бар.
Республика профсоюздар йортонда үткән Яңы йыл тамашаһында 450-нән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың Йылдың иң тылсымлы байрамында улар онотолмаҫ сағыу тәьҫорат алды, кәйефен күтәрҙе, бергәләп күңел асты.
Кескәйҙәр өсөн Яңы йыл сараһы Башҡортостан профсоюздар федерацияһының 100 йыллыҡ юбилейы йылы менән тура килде, шуға ла байрамды ойоштороусылар тамашаға махсус әҙерләнеп балаларға рухи ял сәғәттәрен бүләк итте.
Ф.Ким