Баш ҡалала насар ишетеүсе уҡыусылар өсөн мәктәп-интернат эшләй башлауға 120 йыл

Юбилей уңайынан ойошторолған осрашыуға педагогтар, тәрбиәселәр, белем биреү учреждениеһын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар йыйылды. Байрамда үҙенсәлекле балаларға белем биреүсе лайыҡлы уҡытыусыларға Калинин районы, Башҡортостан Фән һәм мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Беҙҙең мәктәп-интернатта әлеге ваҡытта 110 уҡыусы белем ала, уларға 43 педагог һәм тәрбиәсе белем бирә. Бөгөн хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ булған 10 кеше араһында сурдопедагог булып эшләгән Рада Бочаровкская, Ләйсән Заһиҙуллина, Зәлиә Хамматова, Марина Алексеевалар ҙа бар.

Евгения Кузьменко, Өфөнөң һаңғырау һәм насар ишетеүсе балалар өсөн 30-сы мәктәп-интернаты директоры урынбаҫары

Насар ишетеүселәр һәм һаңғырауҙар донъяһын сағыу буяҙар менән байытыусы мәктәп -интернатҡа Динис Йоносов күңел түрендә рәхмәт тойғоларын йөрөтә. Мәктәп-интернат уҡытыусылары тырышлығы менән ул белемгә эйә булған. Программистҡа уҡып сыҡҡан, әлеге ваҡытта УМПО-ла эшләй.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләйем, ваҡ деталдәрҙе шымартам. Ошо мәктәптә белем алыуым миңә тормошта юғалып ҡалмаҫҡа , һаңғырауҙар һәм һау кешеләр донъяһын аңларға ярҙам итте.

Динис Йоносов