Сара «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имселәренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә байтаҡ. Улар шифалы доға менән өшкөрә, ҡот ҡоя, быуын ултырта, эс һылап, һөлөк тә ҡуя. Уларҙың береһе - Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Маһира Шайморатова. Ул әсәһенең бағымсылыҡ эшен дауам итә.
Маһира ханым тормош иптәше Миңлеәхмәт Шайморатов менән 50 йыл бергә йәшәп, быйыл алтын туйҙарын билдәләгән. Алты балаға ғүмер бүләк иткән. Бала сағынан имселек эшен күреп үҫкән ике ҡыҙы ла кешеләрҙе дауалай.
Төрлө йүнәлештә эш итеп, халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләгән имселәргә бағышланған сара Иҫәнгилделә икенсе тапҡыр ойошторола. Быға тиклем «Хөрмәткә лайыҡ халыҡ табибәләре» сараһында Зәбирә Итбаева менән осрашыу үткән.
Бындай осрашыуҙар «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙғарыла. Иҫәнгилделәр быйыл тәүге тапҡыр республика бәйгеһендә көс һынаша.
Былтыр «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһенең Урта ҙурлыҡтағы ауылдар номинацияһында Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы еңеүсе тип билдәләнгәйне. Был яңылыҡты ишеткән халыҡ дәртләнеп, быйылғы конкурста ла һынатмаҫҡа була. Район этабында 14 ауыл көс һынаша. Хәйбулла районы исемен республика кимәлендә яҡлаусы еңеүсе ауыл 20 декабрҙә билдәләнә.
Әлфинә Килдейәрова