Башҡортостанда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 10 меңдән ашыу эш урыны булдырыла

Өфөлә ошо турала  белдерелде. Республикала 125 компания йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә 50 миллиард һум инвестиция йәлеп итергә ниәтләй. Әле резиденттар ярҙамында 5 меңдән ашыу яңы эш урыны асылған. Башҡортостанда 12 индустриаль парк, 18 технопарк, Туймазыла Рәсәйҙәге беренсе мебель кластеры эшләй. Тиҙҙән авиация һәм сәнәғәт кластерҙары ла булдырыла.