Рәсәйҙә төндә бәләкәй аҙыҡ-түлек магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла

Волга буйы федераль округы төбәктеренең Закондар сығарыу дәүләт власы органдары ассоциациялары ултырышында шундай тәҡдим ҡаралды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, бәләкәй аҙыҡ-түлек магазиндары төнгө барҙарға һылтанып спиртлы эсемлектәр һата. Быны сикләү өсөн федераль ҡануниәткә үҙгәреш индерергә кәрәк. Төбәк депутаттары Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советына закон проекты ебәрергә ниәтләй.