Яңы йыл байрамдары алдынан пенсионерҙарға ғинуар өсөн аҡса ваҡытынан алда тапшырыла

Банктан алған осраҡта пенсия декабрҙең һуңғы көндәрендә бирелә, почта хеҙмәттәре аҡсаны 3 ғинуарҙан тарата башлай. Киләһе йылдан пенсия Рәсәйҙең социаль фонды аша түләнә. Аҡса таратыу көндәре элеккесә ҡала.