Башҡортостанда киләһе йылда мәктәп туризмы программаһына 189 миллион һум йүнәлтелә

Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов шул турала белдерҙе. 2023 йылда 36 меңгә яҡын уҡыусы сәйәхәт итә аласаҡ. Быйыл республикала 11 меңдән ашыу 5-се-9-сы класс балаһы ике көнлөк сәфәрҙә булған. Бының өсөн 55,5 миллион һум тотонолдо. Республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәп туризмы өсөн уңайлы шарттар булдырырға һәм балалар именлегенә иғтибар итергә ҡушты.