Бөгөн иртән Өфө районы йәшәүселәре өсөн Өфөгә эшкә, уҡыуға барыу ҙур «мажара»ға әйләнде

Бөгөн иртән Өфө районының Шамонин, Бурцев һәм Шмидтов ауылдарында йәшәүселәр өсөн Өфөгә эшкә, уҡыуға барыу ысын мәғәнәһендә ҙур «мажара»ға әйләнде.

Сөнки рельстары боҙға ҡуша туңып, тап тимер юлынан сығыр үткәүелгә туҡтарға мәжбүр булған тауар поезы күптәрҙең юлын тотҡарланы. Һөҙөмтәлә үткәүел тирәләй йөҙҙәрсә автомобилдән тығындар барлыҡҡа килде. Берәүҙәр маршрут автобусына күсеп ултырыу өсөн икенсе яҡҡа состав аҫтынан сығырға мәжбүр булһа, икенселәренә был мәшәҡәтте көтөргә тура килде.

Рәсәй тимер юлы мәғлүмәттәренә ярашлы, участкала поездар тотҡарланыуы 10 сәғәт ярым самаһы дауам иткән. Әле юл участкаһында транспорт хәрәкәте тулыһынса тергеҙелгән.