Өфө дәүләт нефть техник университетында «Роснефть» ойошмаһы ярҙамы менән фәнни-мәғариф үҙәк асылды. Заманса техник база йылына 800-ләп аспирантты һәм студентты уҡытыу мөмкинлеген бирә. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Башҡортостан нефть тармағының 90 йыллыҡ юбилейы йылында сафҡа ингән үҙәк яңы проекттарға этәргес буласағына ышаныс белдерҙе Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Нефть скважиналарын быраулау өсөн ҡоролма ҙур предприятие цехында эшләй тип уйларға мөмкин. Әммә тиҫтәләрсә метр ер аҫтына төшкән система Өфө дәүләт нефть техник университетында урынлашҡан. «Роснефть» ойошмаһы ярҙамы менән университетта фәнни-мәғариф үҙәк асылды.
Башҡортостан башлығы яңы асылған уҡыу үҙәгенең әһәмиәтен билдәләне. Ҡеүәтле техника менән йыһазландырылған уҡыу полигоны нефть һәм зәңгәр яғыулыҡ тармағында эшләү өсөн төплө белемле һөнәр эйәләре әҙерләргә булышлыҡ итәсәк . Геолоктар, механиктар, инженерҙар, быраулаусылар һәм башҡа белгестәр университетта уҡ уҡыуҙың практик өлөшөн үҙләштерә ала.
Өфө дәүләт нефть техник университеты киләһе йылға 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Республика нефть һәм газ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән уҡыу йортоноң яңы үҙәге йәштәргә тағы ла мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итер тигән өмөт тыуа.
Флорида Ким