Сара Башҡортостан башлығы указы буйынса тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта 5500-ҙән ашыу ғаиләнән ғариза ҡабул ителгән, 130 миллион һум аҡса түләнгән. Матди ярҙамға эйә булыу шарттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.
Гитарала ҡылдарын 14 йәшлек Тимур бер нисә ай тартырға өйрәнә. Репертуар әлегә киң түгел, әммә ижади бейеклектәр алда. Музыкаль инструментты үҫмергә өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған атаһы хәрби часҡа китер алдынан бүләк итеп ҡалдыра. Бөгөн полиция майоры булған ир махсус операция биләмәһендә Ватаныбыҙҙы һаҡлай.
Республика башлығы указы буйынса булдырылған 20 меңлек пособиены Ғәйнуллиндар ғаиләһе лә аласаҡ. Мобилизацияланыусының ике бәлиғ булмаған балаһы, ҡатыны һәм үҙе өсөн 80 мең һум аҡса ҡаралған. Сәриә Ғәйнуллина әйтеүенсә, был ғаилә бюджеты өсөн ярайһы ғына ярҙам булмаҡсы. Бынан тыш, Ғәйнуллиндар мәктәптә бушлай туҡланыу, кредит каникулдары кеүек льготалар менән дә файҙалана.
Түләүҙәр алыусылар исемлегенә мобилизацияланыусының профессиональ йәки юғары белем биреү ойошмаларында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге ул-ҡыҙҙары ла инә. Студенттың ҡайҙа белем алыуы мөһим түгел.
Матди ярҙам мобилизацияға саҡырылыусының банк картаһына автоматик рәүештә күсә. Ә ғаилә ағзаларына бының өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, Күп функциялы үҙәктәр йәки Социаль яҡлау органдары аша эшләргә мөмкин. Әйткәндәй, пособиены юллауҙа ҡағыҙ эше кәметелгән. Ошо маҡсатта тик бер генә документ - хәрби комиссариаттан белешмә талап ителә.
Түләүҙәр бер тәүлектә күсергә тейеш. Әйткәндәй, матди ярҙам тик өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған граждандарға ғына тәғәйенләнә. Мобилизацияға саҡырылыусының ата-әсәһенә матди ярҙам бүлеү ҡаралмаған. Был түләү халыҡ батальондары хәрбиҙәренә лә ҡағылмай.
Йәмғеһе ошо маҡсатта республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленгән. Түләүҙәр 26 декабргә тиклем тамамланырға тейеш.
Рәзилә Ғиниәтуллина