Быйыл кампания ваҡытында Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет Ватан һағына баҫыр тип көтөлә. Көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ - ноябрҙә башланды һәм декабрь аҙағында тамамланасаҡ.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар Махсус хәрби операция биләмәләренә ебәрелмәй. Егеттәрҙең төп өлөшө һөнәр алыу өсөн 4-5 айға уҡыу үҙәктәренә ебәрелә. Бер йыл хеҙмәт иткәс, улар өйҙәренә ҡайтарыла. Хеҙмәткә юлланыр алдынан егеттәр короновирус инфекцияһын асыҡлауға тест үтә. улар барыһы ла медицина битлектәре, антисептик, йылы кейем һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла.