Тәтешле районында йәнә бер социаль объект файҙаланыуға тапшырылды

Тәтешле районы Түбәнге Тәтешле ауылында йәнә бер социаль объект файҙаланыуға тапшырылды. Тәүгеһе республика башлығына мөрәжәғәт иткән күп бала әсәһе һорауы буйынса балалар майҙасағы булһа, сираттағыһы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы гранты аҡсаһына төҙөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был көндө Түбәнге Балтаста йәшәүселәр көтөп алды. Шуға ла спорт майҙансығын асыу тантанаһы тотош ауыл халҡын бергә йыйҙы. Асыу хоҡуғын да мәктәп уҡыусыларына бирелеүе осраҡлы түгел. Сөнки ауыл киләсәге улар иңендә, ти тәтешлеләр.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҙур категориялы ауылдар араһында еңеү яулау һөҙөмтәһе. Ә уның нигеҙендә Түбәнге Балтастарҙың берҙәмлеге, тырышлығы ярылып ята. Ауылдаштар йәмғиәттең төрлө тармаҡтарында Тәтешле районында алдынғылыҡ биләй.

Маҡсатлы эштәр тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Киләсәктә ике майҙансыҡ биләмәһен парк кимәленә тиклем үҫтереү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин