Ансамбль тарихында тәүге музыкаль-хореография спектакле

Данлыҡлы Ғәскәровсыларҙың «Урал һәм Шүлгән» тип исемләнгән театр тамашаһы премьераһы үтте. «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән проект Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған. Лирик, виртуоз, сағыу сығыштар аша хазинаға тиң ауыҙ-тел ижады өлгөһөнөң бай йөкмәткеһе күрһәтелде. Әҫәрҙәге төп образдар сағыу костюмдар, юғары кимәлдәге хореография аша яңыса асылды.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары ижади проект өҫтөндә ярты йыл эшләгән. «Урал һәм Шүлгән» музыкаль-хореография спектакле премьераһын тамашасылар йылы ҡабул итте. Тиҙҙән ул оло сәхнәләрҙә, башҡа район-ҡалаларҙа ла күрһәтелер тип көтөлә.