Бөгөн Өфөлә башҡорт һәм татар телендә донъя күргән матбуғат баҫмалары журналистары өсөн практик семинар ойошторолдо. Коллегаларҙың милли матбуғат һәм әҙәби тел нормаларын күтәреүе бер ҙә генә осраҡлы түгел. Сөнки һуңғы йылдарҙа башҡорт һәм татар телдәренең боҙолоуы күҙәтелә һәм был төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлгә әйләнә бара.
Ысынбарлыҡта иһә телдең боҙолоуы тураһында һөйләшеүҙәр бөтә тарих дауамында кешелекте оҙата бара. Был милли телдәргә генә ҡағылмай: рустар ҙа, япондар ҙа, боронғо мысырҙар ҙа, бигерәк тә француздар телдең элеккесә булмауына зарлана.
Семинар барышында башҡорт һәм татар телдәрендәге баҫмалар мөхәррирҙәре өсөн төрлө белгестәр сығыш яһай. Улар район баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләрҙәге типик хаталарҙы анализлау менән бер рәттән, телмәр мәҙәниәте һәм әҙәби мөхәррирләү проблемаларына, журналист оҫталығы серҙәренә туҡталасаҡ.