Айрат Ғәлиханов үҙ аҡсаһына ике "УАЗ", автомунса итеп йыһазландырылған ике "ЗИЛ" һатып алғайны. Машиналар тейешенсә йыһазландырған, техник яҡтан хеҙмәтләндереү үткәргән. Техника менән бергә яҡташ яугирҙәргә Байғужа ауыл биләмәһендә йәшәүселәр, ветеран-диңгеҙселәр, ҡала һәм район халҡы йыйған гуманитар ярҙамдың сираттағы партияһы оҙатылды. Район хакимиәте белгесе Лидия Ғәлимова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт