Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп арҡаһында 14 мәктәптә карантин иғлан ителгән

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республикала  сусҡа киҙеүе тарала. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу ауырыу осрағы һәм В киҙеүенең бер нисә осрағы лабораторияла раҫланған. Был штамм еңел дауалана. Дауаламаған осраҡта  пневмония, менингит, энцефалит һәм башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин, тип белдерәләр  күҙәтеү ведомствоһында.