Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле ҡанунға үҙгәреш индерҙе. Документҡа Республика Башлығы ҡул ҡуйҙы. Законға ярашлы, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре ағас әҙерләүҙә өҫтөнлөк менән файҙалана ала. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, республикала һәр кем йорт төҙөлөшө, ремонт эштәре йәки утын өсөн айырым ваҡыт үткәндән һуң ағас алырға хоҡуҡлы. Бөгөнгә 12 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында ташламаға эйә 2 меңгә яҡын кеше бар. Был исемлеккә яугирҙәр ғаиләләре лә инә.